Туймазы үҙәк район дауаханаһының 2-се поликлиникаһы яңыртылды

Объектты төҙөкләндереү халыҡ мөрәжәғәтенән һуң башланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров менән “Тура элемтә” барышында Туймазыла йәшәүселәр был мәсьәләне күтәреп сыҡты. Социаль селтәрҙәге хәбәрҙе “Инцидент-менеджмент” мәғлүмәт системаһы теркәгән. Мөрәжәғәт Туймазы дауаханаһы хакимиәтенә һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ебәрелгән.  Дауахананың эске ремонтын тәртипкә килтереү буйынса эш башланған. Май аҙағында ремонт тамамланған. Объектта эске конструкция һәм инженер селтәрҙәре яңыртыла, бүлмәләрҙә биҙәү эштәре башҡарыла. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, быйыл беренсел звеноны яңыртыуға 1 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә.

Туймазы үҙәк район дауаханаһының 2-се поликлиникаһы яңыртылды
Фото №1 - Туймазы үҙәк район дауаханаһының 2-се поликлиникаһы яңыртылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ