Башҡортостандан 16 кешегә Рәсәй Геройы исеме тапшырылған

Күбеһе һәләк булғандан һуң ошо наградаға күрһәтелгән. Республика башлығы “Комсомольская правда” радиоһына биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе. “Был кешеләр ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ символы. Уларҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ. “Патриот” паркында хәрбиҙәр иҫтәлегенә мәсет һәм сиркәү төҙөлә. Махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса комиссия булдырылды”, - тине Радий Хәбиров. Яугирҙар идара итеү эшенә йәлеп ителә. Ветерандар Башҡортостан башлығы хакимиәтендә һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эшләй.

Фото №1 - Башҡортостандан 16 кешегә Рәсәй Геройы исеме тапшырылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ