Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, Яңауылдан сираттағы гуманитар алыу оҙатылған. Һалдаттарға 10 кубик метр төҙөлөш материалы ебәрелгән. Ағас таҡталар блиндаж эшләү, ут нөктәләрен нығытыу өсөн кәрәк. “Тыл фронтты хәстәрләргә тейеш. Яугирҙар хәрби бурыстарҙы теүәл үтәһен өсөн уларҙы кәрәк-яраҡтар менән ваҡытында тәьмин итеү мөһим. Башҡортостан урмансылары яҡташтарыбыҙға даими матди-техник ярҙам күрһәтә. Еңеүҙе яҡынайтыу уртаҡ эшебеҙ”, - тип белдерҙе Марат Шәрәфетдинов.




