Өфөлә өлөшләтә йәйәүлеләр зонаһы-Арбат ойоштороу планлаштырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Октябрь революцияһы урамында алып барылған реконструкция эштәре менән танышып, 19-20-се быуаттарҙа төҙөлгән мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау мәсьәләләренә арналған күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. Баш ҡала өсөн мөһим төҙөлөш проекттарының береһе менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Октябрь революцияһы урамының Ленин урамынан Цюрупаға тиклем участкаһында төҙөлөш эштәре тамамланған, майҙан алып подрядсы компания Яңы түшәлгән юл урамына тиклем арауыҡта реконструкция башлаған. Республика башлығы Радий Хәбиров биләмәне төҙөкләндереү концепцияһы менән танышып, буласаҡ йәмәғәт киңлегенең мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
Киләһе йыл Воровский урамына тиклем участка ла төҙөкләндерелеп, файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Өфөнөң тарихи үҙәгендә күләмле реконструкция эштәре 2022 йылда башланғайны. Әле проект әҙерлеге 54 процентҡа еткән. Йәйәүлеләр зонаһын ойоштороуҙан тыш, юл буйындағы биналарҙың участкаларына һыу, газ, электр менән тәьминәт селтәрҙәрен һуҙыу буйынса эштәр ойошторолған.
Өфөнөң тарихи үҙәге-Октябрь революцияһы урамында 70-тән ашыу Мәҙәни мираҫ объекты иҫәпләнә. Уларҙың иң боронғоһо 1770 йылда таштан һалынған демидовтар йорто, тап ошо бина тәүгеләр иҫәбендә тергеҙелеп тарихи асылына ҡайтасаҡ. Реставрация эштәре быйыл башланыр тип планлаштырылған.
Әле 19-сы быуатта төҙөлгән Софронова-Янчевская йортон тергеҙеү буйынса саралар күрелә, капиталь ремонт барышында бинаның стеналарын менән нигеҙен нығытыу ҡаралған. Быға тиклем бында балалар баҡсаһы урынлашһа, киләсәктә объект махсус хәрби операция музейы булараҡ файҙаланыуы ихтимал, шулай уҡ икенсе варианттар ҙа ҡарала.
Октябрь революцияһы урамындағы тарихи объекттар һүтелмәйәсәк, уларҙы һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса саралар күреләсәк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң тарихи үҙәгенә инвесторҙар йәлеп итеп, башҡа мәҙәни мираҫ объекттарында ла реставрация эштәрен йәнләндереү мөһимлеген билдәләне. Күләмле яңырыуға ҙур финанстар талап ителә.
Реставрация эштәренән һуң башҡа биналар ҙа яңы һулыш алып, ижади киңлектәр, туҡланыу урындары, сувенир һәм кәсеп эштәре магазиндары халыҡ өсөн эшләр тип көтөлә. Эргәлә генә Арт-Квадрат, Совет майҙаны урынлашҡан, Ағиҙел йылғаһы яр буйына тиклем дә барып етергә мөмкин. Проект авторҙары билдәләүенсә, Өфө Арбаты һис шикһеҙ халыҡтың яратҡан йәмәғәт киңлегенә әүереләсәк.
Гөлназ Хәйбуллина



