Радий Хәбиров күләмле төҙөкләндереү эштәре ойошторолған Ленин исемендәге паркта булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күләмле төҙөкләндереү эштәре ойошторолған Ленин исемендәге паркта ла булды. Проект буйынса бында ике фонтан реконструкцияһын уҙғарыу, йәйәүлеләр юлы һалыу, балалар уйын майҙансыҡтары һәм бәләкәй архитектура формаларын ҡороу ҡаралған. Булған йәшеллек, тарихи стела, һәйкәлдәр һаҡлап ҡалына. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, яңыртылған йәмәғәт биләмәһе төбәктә иң яҡшылар иҫәбенә инәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ