Өфө районының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының дүртенсе модуле тамамланды. Бер йыл дауам иткән уҡыу проектында ҡатнашыусылар дәүләт һәм муниципаль идара алымдарын үҙләштерҙе, һанлаштырыу технологиялары буйынса белемен камиллаштырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кадрҙар программаһы буйынса махсус хәрби операция яугирҙарынан яңы быуын идарасылары әҙерләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Фәдис Сәғитов махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡандан һуң тыуған төйәге-Йылайыр районында урындағы хакимиәттә эшләй башлаған. Алғы һыҙыҡта танкист булып хеҙмәт иткән хәрби «Башҡортостан геройҙары» программаһы ҡатнашып артабан дәүләт эшендә үҫешергә теләй. Проект сиктәрендә ул идара итеү йүнәлешендә белемен камиллаштырып, аттестат алырға әҙерләнә.
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының дүртенсе модуле 65 яугирҙы берләштерҙе. Проектта ҡатнашыусылар төбәктең идара командаһынан остаз менән эшләп, дәүләт һәм муниципаль власть органдары ҡарамағында стажировка үтте. Июль айында улар имтихан тапшырып яңы һөнәр аттестатын аласаҡ тип күҙаллана.
Уҡыу сиктәрендә яугирҙар эшлекле уйындар, тренингтар үтте, һөнәри лекциялар тыңланы, билдәле шәхестәр менән аралашып тәжрибә тупланы. «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар республика менән идара итеүсе команда сафын тулыландырып алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ветерандарҙы берләштергән көс булып торасаҡ тип көтөлә.
Флорида Миһранова



