Айнур Бирғәлин журналистар һәм Ҡоролтай ағзалары менән осрашты

Дин әһелдәре халыҡ араһында булырға, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Был турала Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.

Республикала Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Башҡортостан бүлексәһе һәм Республиканың үҙенең дини учреждениеһы эшләп килә. Шуға күрә Башҡортостандың мәсет-мәхәлләләре лә ике төркөмгә федераль ҡарамаҡтағына һәм төбәктекенә бүленә. Айнур Бирғәлин билдәләүенсә, Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын алғанда, уға ҡараған иман йорттарының артыуы күҙәтелә, яңы мәҙрәсәләр асыла. Иң мөһиме дингә килеүселәр араһында йәштәр күп. Имамдар үҫеп килгән быуынды традицион исламға йәлеп итеү, кире ағымдарҙан һаҡлау буйынса эш алып бара. Башҡортостан командалары спорт буйынса ил кимәлендәге ярыштарҙа ла, Ҡөрьән уҡыу буйынса халыҡ-ара конкурстарҙа ла еңеү яулай, тине Айнур Бирғәлин. Баш мөфтөй дин әһелдәренең махсус хәрби операцияға ярҙамы, «Әр-Рәхим» мәсетен сафҡа индереү тураһында ла әйтеп үтте. Иман йортонда төҙөлөш эштәре планға ярашлы бара, көҙгә уның беренсе ҡатын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бынан тыш республиканың һәр муницпаль берәмегендә тиерлек яңы мәсеттәр һалыу бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ