Октябрь революцияһы урамының Ленин урамынан Цюрупаға тиклем участкаһында төҙөлөш эштәре тамамланған, подрядсы компания Яңы түшәлгән юл урамына тиклем арауыҡта реконструкция башлаған. Республика башлығы биләмәне төҙөкләндереү концепцияһы менән танышып, буласаҡ йәмәғәт киңлегенең мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
Күләмле реконструкция эштәре 2022 йылда башланды. Әле проект әҙерлеге 54 процентҡа еткән. Йәйәүлеләр зонаһын ойоштороуҙан тыш, юл буйындағы биналарҙың участкаларына һыу, газ, электр менән тәьминәт селтәрҙәрен һуҙыу буйынса эштәр ойошторолған, ти Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов.
Октябрь революцияһы урамындағы тарихи объекттар һүтелмәй, уларҙы һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса саралар күрелә. Республика мәҙәни мираҫ обьекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Салауат Ҡолбахтин.




