Махсус стендта республиканың тәбиғәте, туризм объекттары һәм социаль-иҡтисади үҫеше тураһында мәғлүмәт тәҡдим ителгән. Евразия фәнни мәғариф үҙәге кампусы, Рәсәй- Белоруссия кластеры, Башҡортостан менән Үзбәкстан технопаркы, “Росхим” проекттары ла экспозицияла күрһәтелгән. Абхазияның Халыҡ йыйылышы-парламент рәйесе Лаша Ашуба Башҡортостан стендына, шулай уҡ республиканың инвестиция ҡеүәтенә юғары баһа бирҙе.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 6 июнгә тиклем дауам итә. Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы 3 ҙур килешеү төҙөргә йыйына. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 125 миллион һум. Документтар ҡулланыу баҙарын, медицина һәм демографияны үҫтереүгә йүнәлтелгән.




