Питбайк һәм мопедтар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре арта

Башҡортостан юлдарында балалар ҡатнашлығында 140 юл аварияһы теркәлгән. Уларҙың 32-һе мопед, питбайктар менән идара иткән үҫмерҙәр ҡатнашлығында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бындай авариялар төрлө тән йәрәхәттәре, йә бәхетһеҙ осраҡ менән тамамлана. Көтөп алған йәй миҙгеле хәүефле осорға әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә?

13 майҙа Светлана Шорохова дарыуханаға инә, артабан бесәйенә аҙыҡ һатып алып ҡайтыуға табан йүнәлә. Артабан нимә булғанын 80 йәште уҙған ханым иҫләмәй. Уны ауыр хәлдә ашығыс ярҙам машинаһына Өфө ҡалаһының Венер Сәхәүетдинов исемендәге 21-се дауаханаһына килтергәндәр. Оло йәштәге ханыма баш һөйәге- мейе йәрәхәте диагнозы ҡуйыла.

Минең менән нимә булғанын иҫләй ҙә алмайым. Башым ныҡ ауырта. Хәлемде дауаханала еңеләйттеләр, әлбиттә, таблеткалар, уколдар алам, әммә барыбер башымдың ауыртыуы бөтмәй.

Светлана Шорохова, пациент

Дауаханала ул ярты айҙан ашыу дауалана. Табиптар әйтеүенсә, хәле уртаса, тиҙҙән өйөнә ҡайтарыласаҡ.

Ваҡиға Октябрь проспекты менән Кольская урамы киҫелешендә теркәлгән. Светлана Владимировнаны самокатта ике йәш кеше бәреп киткән.

Ваҡиға буйынса тикшереү үткәрелә, уның барышын Рәсәй Тәфтиш комитеты башлығы контролдә тотасаҡ.

Самокаттар, питбайктар, мопедтар йыш ҡына ошондай хәлдәргә килтереүсән. Йәйге каникул башланыу менән улар ҡатнашлығында авриялар артҡан. Уҙған ял иһә Шишмә районында питбайкҡа идара иткән 14 йәшлек үҫмер «Лада Калина» менән бәрелешеп һәләк булды. Питбайкты ата-әсәһе былтыр тыуған көнөнә бүләк иткәнлеге билдәле. Был мәсьәлә Хөкүмәттә аҙналыҡ кәңәшмәлә лә ҡаралды.

Питбайк - транспорт сараһы түгел, ә спорт инвентары тип һанала. Уға ПТС рәсмиләштерелмәй, дәүләт автоинспекцияһына иҫәпкә ҡуйылмай һәм номер билдәһе бирелмәй. Питбайкка махсус ябыҡ трассаларҙа, спорт майҙансыҡтарында, шәхси биләмәләрҙә генә йөрөргә рөхсәт ителә. Дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа, юл ситтәрендә, тротуарҙарҙа йөрөү тыйыла. Әммә, үҫмерҙәр быны инҡар итә. Ҡағиҙә боҙоу хаҡын йыш ҡына улар ғүмерҙәре менән түләй.

Профилактик саралар, рейдтар үткәрелә. Әммә тейешле органдар һәр ҡала һәм ауылда һәр үҫмер артынан ҡарап йөрөй алмай. Аңлатыу эше ғаиләлә алып барылырға тейештер. Иң мөһиме- балаға үлемесле бүләк яһамаҫҡа. Балаларҙа башҡаларға ҡарата миһырбанлы булырға өйрәтергә. Юғары тиҙлектә барып, уйламаҫтан кешене бәреп йыҡҡандан һуң бер ни булмағандай, уны шул килеш ҡалдырып китмәһендәр өсөн.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ