Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте тарафынан ойошторолған программа умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ике аҙналыҡ дәрестәрҙә 5 дисциплина: коляскала йөрөү техникаһы, бассейнда йөҙөү, уҡтан атыу, аэробика һәм социомәҙәни эш буйынса комплекслы уҡыуҙар үткән. Ун йыл дауамында эшләп килгән уҡыу-реабилитация курсы Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Быйыл сарала илдең 15 төбәгенән 17 кеше ҡатнашҡан. Программаға ҡарата ихтыяж һәм һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, ойоштороусылар киләһе курсты көҙг уҙғарыу тураһында иғлан итте.



