Стәрлетамаҡ яугирҙарына юғары дәүләт наградаһы тапшырылды

Руслан Исхаҡов һәм Айрат Хәкимов - махсус хәрби операция ветерандары. Президент указы буйынса, Руслан Исхаҡов “Батырлыҡ өсөн”, Айрат Хәкимов икенсе дәрәжә “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды.  Ир-егеттәрҙе Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм ҡаланың хәрби комиссары Анатолий Ревунов бүләкләне. Яугирҙар 3 йыл фронтта була. Улар Луганск Халыҡ Республикаһында алыша.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ яугирҙарына юғары дәүләт наградаһы тапшырылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ