“Тотороҡло киләсәккә юл”. Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы ошо темаға арнала. Бөгөн пленар ултырыш үтә. Унда президент Владимир Путин сығыш яһай. “Беҙҙең ил глобаль иҡтисади системаның айырылғыһыҙ өлөшө. Рәсәйҙе хөрмәт иткән һәм оҙайлы ваҡытҡа ғәҙел бәйләнештәр булдырырға теләгән дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ”, - тип белдерҙе дәүләт башлығы форум ҡунаҡтарын сәләмләүендә. Петербург иҡтисад форумында Радий Хәбиров етәкселегендә республика делегацияһы ҡатнаша. Төбәк һәм компания башлыҡтары менән осрашыу ҡаралған.




