Комплекс Салауат Юлаев һәйкәле янында Ағиҙел йылғаһы буйында барлыҡҡа килә. Был турала Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында белдерелде. Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды. Премьер-министр урынбаҫары, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, Ташкент төҙөүселәренең күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе ҙур.
Петербург Халыҡ-ара иҡтисад форумында 100-ҙән ашыу илдән 20 мең самаһы вәкил ҡатнаша. Конгресс майҙансығында Башҡортостан менән таныштырған стенд ҡуйылды. Бөгөн форумда пленар ултырыш була. Унда ил президенты Владимир Путин сығыш яһай.




