Республикала төҙөлөш ваҡытында зыян күргән юлдар тергеҙелә

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында ошо турала белдерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй автомобиль юлдары” дәүләт комитеты идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко осрашты.  Республика хөкүмәте менән “Автодор” компанияһы араһында 2030 йылға тиклем юл селтәрен үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтә бирә”, - тип билдәләне Вячеслав Петушенко.

Республикала төҙөлөш ваҡытында зыян күргән юлдар тергеҙелә

Петербург Халыҡ-ара иҡтисад форумы дауам итә. Быйыл эшлекле  йыйын “Прагматик диалог - тотороҡло киләсәккә юл” исеме аҫтында үтә. Бөгөн стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите рейтингы иғлан ителә.

Фото №1 - Республикала төҙөлөш ваҡытында зыян күргән юлдар тергеҙелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ