“Башҡортостан халҡы Барыһы ла Еңеү өсөн тип эшләй”

Республика башлығы Радий Хәбиров инвестиция мөхите буйынса рейтинг менән таныштырыу сараһында шулай тип белдерҙе. Һөҙөмтәләр Петербург иҡтисад форумында иғлан ителде. Республика инвестиция мөхите торошо буйынса өсөнсө урын алды.

“Башҡортостан халҡы Барыһы ла Еңеү өсөн тип эшләй”

Инвестиция мөхите рейтингы 125 күрһәткес буйынса төҙөлә. Быйыл беренсе тапҡыр мәҙәни мираҫ объекттарын иҡтисади әйләнешкә индереү иҫәпкә алынған. “Рәсәй таянысы” ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева:

“Башҡортостан халҡы Барыһы ла Еңеү өсөн тип эшләй”

Башҡортостанда инвесторҙар өсөн отошло шарттар булдырылған. 2018 йылдан алып 200-гә яҡын “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһе үткәрелгән. Унда 800 проект ҡаралған. Уларҙың суммаһы 1 триллион 400 миллион һумдан ашып китә. 100 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырылған.

Фото №1 - “Башҡортостан халҡы Барыһы ла Еңеү өсөн тип эшләй”
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ