Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Технониколь» компанияһы президенты Сергей Колесников менән осрашты. Яҡтар корпорацияның төбәктәге инвестиция проекттарын, шул иҫәптән керамик гранулдар етештереү мөмкинлектәрен ҡараны.
“Технониколь”дың Башҡортостанда етештереү майҙансыҡтары бар. 2026 йылдың февралендә Учалыла яңы цех эшләй башланы. Ойошма етәксеһе Сергей Колесников, төбәк инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне.




