Башҡортостанда триатлонды үҫтереү буйынса яңы килешеү төҙөлдө

Башҡортостанда триатлон буйынса тренерҙар әҙерләнәсәк һәм был спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыла. Петербург халыҡ-ара иҡтиади форумында Радий Хәбиров триатлон федерацияһы һәм «Геройҙар лигаһы» проекты етәксеһе Ксения Шойгу менән ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республикала спорт төрөн үҫтереү өсөн бар шарттар тыуҙырыласаҡ. Әле төбәктә меңгә яҡын кеше триатлон менән шөғөлләнә, уларҙың 317-һе ҡатын-ҡыҙ. Ксения Шойгу был спортҡа балаларҙы ла әүҙеиерәк йәлеп итеү мөһимлеген билдәләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ