Өфөлә Тимерйән Рәжәпов иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте

Өфөлә Тимерйән Рәжәпов иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте. «Баймаҡ» яҡташтар ойошмаһы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сараға батыр яугирҙың яҡындары, рухташтары, яуҙаштары, Луганск халыҡ республикаһы вәкилдәре йыйылды.

Тимерйән Рәжәп улы бер йыл элек арабыҙҙан китте. Афған һуғышында, Төньяҡ Кавказ бәрелешендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир кешелекле, ярҙамсыл һәм илһөйәр шәхес булыуы менән күптәргә өлгө булды. Ул оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостандан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай. Донбасс халҡына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороуҙа башлап йөрөүсе уҙаман ине.

Хәтер кисәһендә Луганск халыҡ республикаһы советы депутаты Александр Серов үҙенең яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү, Штеровкала уға бюст ҡуйыу, уның исемен Петровское ҡалаһындағы мәктәпкә биреүҙә Тимерйән Рәжәповтың тырышлығы ҙур.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ