Баймаҡ ирекмәндәре яугирҙар өсөн быҡтырылған ит әҙерләне

Яҡташтар ярҙамы. Баймаҡ районының «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр төркөмө һалдаттарға быҡтырылған ит әҙерләне. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһының ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеүҙе Баймаҡ районы халҡы ғына түгел, ә унан ситтә йәшәүселәр ҙә үҙенең изге бурысы тип һанай. Мәскәүҙә ҡалаһынан яҡташтарыбыҙ ҡорбан салған һәм уны «Һаҡсы фәрештә» ойошмаһы ирекмәндәренә тапшырған.

Туған ил именлеге һағына баҫыусылар өсөн 111 банка быҡтырылған ит Ҡуянтау ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы ашханаһында әҙерләнде. Улар яугирҙарға яҡын арала гуманитар йөк менән оҙатыласаҡ.

Яугирҙарға барып еткән һәр ярҙам-ул хәстәрлек билдәһе. Ярымфабрикаттар һалдат тормош бер аҙға булһа ла еңеләйтә, тыуған яҡтың татлы ризығы булып барып етә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ