Табиптар халыҡты диспансер тикшереү үтергә саҡыра

Медицина тикшереүе «Оҙон һәм әүҙем ғүмер» милли проекты буйынса алып барыла. Диспансер тикшереүҙе йәшәү урыны буйынса поликлиникала үтергә мөмкин. Ул 40 йәшкә тиклемге граждандар өсөн өс йылға бер тапҡыр тәғәйенләнә, ә 40 йәштән өлкәнерәктәргә йыл һайын. Диспансеризация программаһы йылдан-йыл камиллаштырыла. 2024 йылдан уға репродуктив сәләмәтлек баһаһы индерелгән, ә быйылдан инфаркт һәм инсульт хәүефен, ҡандағы холестерин кимәлен билдәләргә, кеше папилломаһы вирусын асыҡларға мөмкинлек биргән анализдар индерелә. Табиптар әйтеүенсә, диспансеризация сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм башланғыс стадияһында дауалау мөмкинлеге бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ