Халыҡтар берҙәмлеге хаҡына ғаилә рецепты. «Турахан» визит үҙәге майҙансығында гастрономия фестивале үтте. Унда ҡатнашыусы һәр ғаилә үҙҙәренең милли ризығын тәҡдим итте.
Сарала республиканың төрлө төбәктәренән тиҫтәгә яҡын ғаилә ҡатнашты. Улар һый-хөрмәт аша төрлө милләттәрҙең аш-һыуын күрһәтте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса немецтарҙың Кухе тип аталған бәлеше иң тәмлеһе тип танылды. Уны Благовар районынан Рейбандтар ғаиләһе бешергән. Шулай уҡ үзбәк самсаһы менән ҡаҙаҡ бишбармағы жюри ағзаларының юғары баһаһын алды.
Һәр ғаилә һәм бала төрлө номинацияла билдәләнде. Район ағинәйҙәре Дуҫлыҡ сәксәге бешереп, матур итеп биҙәне. Һуңынан төрлө милләт вәкилдәре баллы ризыҡ тирәләй хоровод ойошторҙо. Тәүге гастрономия фестивале ҡайнар сәй һәм ризыҡтарҙан ауыҙ итеү менән тамамланды.



