"Рәсәйҙе хөрмәт иткән һәм оҙайлы ваҡытҡа ғәҙел бәйләнештәр булдырырға теләгән дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ”. Ил президенты Владимир Путин шулай тип белдерҙе. Ул Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар өлөшөндә сығыш яһаны.
Петербург иҡтисад форумында 130 илдән вәкилдәр ҡатнаша. Сара иртәгә лә дауам итә. Унда ай-ти технологиялар, туризмды үҫтереү темаһына фекер алышыу була. Хәкимов клубының киңәйтелгән ултырышы үтә. Ул Рәсәй һәм Сәғүд Ғәрәбстаны араһында дипломатик бәйләнештәр булдырыуға 100 йыл тулыуға арнала.




