Владимир Путин: “БРИКС дәүләттәре үҫешә"

“БРИКС дәүләттәре үҫешә. Унда халыҡ һаны арта, эске баҙарҙар киңәйә. Донъя вертикаль иерархия моделенән ҡатмарлы, күп ҡотоплоға әйләнә бара”. Рәсәй президенты Владимир Путин шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар өлөшөндә сығыш яһаны.

Владимир Путин: “БРИКС дәүләттәре үҫешә"

“Көнбайыш конкуренцияға ҡаршы тора алмай башлағас, санкциялар индерергә тотондо. Донъяла лидер булыу өсөн суверенитетты һаҡлау мөһим. Бөгөн ресурстар менән теүәл идара итеү, һөҙөмтәле ивестициялар һалыу, уларҙы технологик үҫешкә йүнәлтеү кәрәк”, - тине Владимир Путин. Ил башлығы әйтеүенсә, Рәсәй хөкүмәтенә иҡтисадты тотороҡло хәлгә килтереү бурысы ҡуйылған. Инфляция түбәнәйеүен дауам итә. Ул 5,2 процентҡа яҡыная.

Фото №1 - Владимир Путин: “БРИКС дәүләттәре үҫешә"
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ