Сара “Торатау” конгресс-холында ойошторолдо. Унда офтольмологияла яңы алымдар, яңы технологиялар ҡаралды. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының операция залынан тура трансляция ойошторолдо. Хирург Шер Рәсүлев һөйләй.
Конференцияла сит ил делегациялары ла ҡатнаша. Төркиәнең Анкара күҙ ауырыуҙары клиникаһы табибы, профессор Фәтих Мәхмәт Мутлу белдереүенсә, сара юғары кимәлдә ойошторолған.




