Ишембай районында күләмле инфраструктура төҙөлөшөнөң йәнә бер участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлын этап буйынса капиталь ремонтлау дауам итә. Ҡырсынташ урынына сифатлы асфальт һалына. Эш барышы менән БЮТ ижади төркөмө танышты.
Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлын капиталь ремонтлау тулы ҡеүәттә бара.
8 километр оҙонлоҡтағы сираттағы участкала эш тамамланған да инде. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Төбәк башлығы быға тиклем үҙе лә ошо юлдан бер-нисә тапҡыр үтә.
Ишембай районындағы яңы юл Ҡолғона ауылы халҡы өсөн күптән көтөлгән бүләк.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, иҫке юлдан эшкә йөрөү йәки район үҙәгенә барыу оло мәшәҡәттәр тыуҙыра.
Элегерәк ауыл халҡы Маҡар аша йөрөгән. Әммә юл, айырыуса яҙ миҙгелендә үтеп булмаҫлыҡ хәлгә әйләнә. Проблеманы хәл итеү өсөн өҫтәрәк ҡырсынташ һалына. Әммә ул да ваҡыт үтеү таушала, соҡор-саҡыр барлыҡҡа килә.
Ремонт эштәре ике йыл дауам итә. Сифатлы асфальттан тыш, ҡойма, юл билдәләре ҡуйыла, юл яҡтыртыла.
Эш «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса алып барыла. Яңы юл урындағы халыҡтың тормошон еңеләйтеү генә түгел, туристарҙы ла йәлеп итер тип көтөлә. Уның аша Ишембай, Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил райондарындағы матур урындарға барып етергә мөмкин.
И.Байбулатов



