Барыһы ла Еңеү өсөн. Дәүләкән тегеү предприятиеһында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн экипировка етештерелә. Ҡеүәтле производство сиктәрендә фронт өсөн жилет, Калашников мылтыҡтары чехолдары һәм башҡа әйберҙәр тегелә. Йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр тырышҡан предприятиела етештереү ҡеүәтен арттырыу күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Ҡырҡ йылдан ашыу ательела кейем теккән Флүзә Латипова өсөн хәрби экипировка-яңы йүнәлеш. Тәжрибәле тегенсе башҡа гүзәл заттар менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға махсус кейем, мылтыҡтар чехолы, граната сумкаһы, биҫтәрҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар етештерә. Рәсәй оборона министрлығы заказы буйынса эшләгән Дәүләкән предприятиеһында айына 22 мең берәмек тауар тегелә.
Өс йыл элек асылған предприятиела йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Оҫта ҡуллы тегенселәр араһында яугирҙарҙың яҡындары, туғандары ла бар. Улар тыл шарттарында еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн көс һала. Маҡсат бер-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы сифатлы кейем менән тәьмин итеп тыуған ер, йөрәк йылыһы еткереү.
Дәүләкән ҡатын -ҡыҙҙарына ышаныслы тыл төшөнсәһе яҡшы таныш. Гүзәл заттар көсөргәнешле эш режимында фронт өсөн тауарҙар етештерә, егеттәргә ярҙам итә. Төбәктән алғы һыҙыҡҡа оҙатылған 178-се гуманитар ярҙам берҙәм республиканың асыҡ миҫалы.
Ф. Миһранова



