Башҡортостан урмандарын һаҡлау өсөн белгестәр зарарлы бөжәккә ҡаршы көрәшә

Башҡортостандың 13 урман хужалығы биләмәһе ҡуңыҙ менән зарарланған. Тәүге тапҡыр ҡоротҡос бөжәк 2023 йылда Белорет районы биләмәһендә асыҡлана. Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре зарарлы бөжәккә ҡаршы төрлө яҡлап эш алып бара. Лабораторияларҙа республика урмандарынан алынған ағас өлгөләре тикшерелә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Айһылыу Байбуринаның өҫтәлендә махсус пакетта килтерелгән ағас өлгөһө. Республиканың ниндәй урманынан алынғанлығы белгес өсөн сер булып ҡала. Уға тик ылыҫлы ағас ҡабығына тулы анализ биреү генә шарт.

Лабораторияла шулай уҡ килтерелгән өлгөләрҙән ағас олоно, бысҡы онтағы ла айырым тикшерелә. Әйткәндәй, республиканан ситкә ағас материалдарын оҙатҡанда ла белгес тикшереүенән тыш башҡарылмай. Былтыр мәҫәлән, 61 мең кубометрҙан ашыу тауар ете илгә экспортланған.

Был беҙҙең республикаға хас ҡуңыҙ түгел. Уның Алыҫ Көнсығыштан, Япония, Корея илдәренән килеүе билдәле. Тәүҙә себер тайгаһына, унан һуң Урал тауҙары урмандарына үтеп ингән. Башҡортостан биләмәһендә 2023 йылда асыҡлана. Ылыҫлы ағастарҙан башлыса шыршыны күпләп зарарлауы мәғлүм.

Андрей Крестьянов, Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы баш белгесе

Бөгөн республиканың 13 урман хужалығында ҡабыҡ ҡуңыҙы асыҡланған. Бар зарарланған биләмәләр фитосанитар биләмә алынған, ҡоротҡос бөжәккә ҡаршы карантин иғлан ителгән. Ҡуңыҙҙың 3-4 йыл дауамында әүҙемлеге артҡан осраҡта, ағастарҙы бөтөнләй ҡоротоуға килтереүе ихтимал. Быйыл белгестәр урман фонды ерҙәрендә феромон тоҙаҡтарын ҡулланып, 1,8 миллион гектар майҙанда мониторинг үткәрәсәк.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ