Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Һуңғы көндәрҙә партнерҙарыбыҙға республика мөмкинлектәрен күрһәттек, предприятиелар һәм төбәк етәкселәре менән мөһим килешеүҙәр төҙөнөк. Улар артабанғы үҫеш өсөн яҡшы импульс булыр, тип ышанам, тигән Башҡортостан башлығы. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республика инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк Сахалин өлкәһе һәм Санкт-Петербург менән бергә өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән «Т-Технологиялар» компаниялар төркөмө араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ яҡтарҙың дәүләт программаларын, милли, федераль, тармаҡ һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлеген, шулай уҡ халыҡ, эшҡыуарҙар һәм компаниялар өсөн финанс һәм технологиялар өлкәһендәге проекттарҙы үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стенды барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Республикабыҙҙың төп инсталляцияһы яһалма зиһен технологиялары ярҙамында эшләнә. 10 метрлыҡ интерактив «Шәжәрә ағасы» форумдың иң сағыу һәм һоҡланғыс экспозицияларының береһе булды.



