Республикала сүп-сар мәсьәләһенә дәғүә белдереүселәр һаны артҡан

Көндәлек ҡалдыҡтар тулған контейнерҙар бигерәк тә Өфөлә, Өфө районы биләмәләрендә, Иглин районында күп күҙәтелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сүп-сар мәсьәләһен тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Аҡбирҙе, Нуғай ауылдарында йәшәүселәр проблеманы даими контролдә тотоуын билдәләй.

Сүп-сар сығарыу өсөн яуаплы ойошмалар белдереүенсә, йәйге осорҙа контейнерҙар һанын арттырыу күҙаллана. Шулай ҙа граждандар үҙҙәре лә төҙөлөш материалдарын, ағас ботаҡтарын рөхсәт ителмәгән урындарға ташлап тирә-йүнде йәмһеҙләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ