179-сы гуманитар ылау юлға сыҡты. Конвой Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан яугирҙарына адреслы ярҙам сиктәрендә алғы һыҙыҡҡа юлланды.
Башҡалары кеүек үк, ул тотош республика көсө менән тупланған. Йөк составында бронялы техника, еңел һәм йөк автомобилдәр, төҙөлөш һәм ағас материалдары бар. Шулай уҡ яугирҙар заявкалары буйынса медицина ҡорамалдары, рациялар һәм генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, техника өсөн запас частар, посылкалар йыйылған. Адреслы ярҙамды туплауҙа республика ойошмалары, йәмәғәт берекмәләре һәм граждандар ҙа әүҙем ҡатнашҡан. Гуманитар миссия составында район башлыҡтары ла бар. Улар ылауҙы таратыуҙа ярҙам күрһәтәсәк.



