Райондан оҙатылған 48-се ылау составында «Нива» машинаһы, мобиль мунса, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары бар. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб менән «Ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһы» ирекмәндәре посылкалар әҙерләгән. Урындағы халыҡ Шайморатов батальоны өсөн айырым гуманитар ярҙам туплаған. Махсус хәрби операция биләмәһенә тәүге тапҡыр район хакимиәте башлығы Денис Солтанов та барҙы. Ул яугирҙар менән осрашып, тыуған яҡ сәләмдәрен еткерҙе.



