Һорау алынған йәмәғәтселектең күп өлөшө ял паркында хәтер мемориалы асыу тәҡдимен хуплаған. Бөйөк Ватан һуғышы, яугир-интернационалистар һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған Ватан һаҡсыларына бағышланған объект «Уңайлы ҡала мөхите ойоштороу» проекты сиктәрендә төҙөләсәк. Мөһабәт скульптурала 20 йәшлек Арсений Воробьев һынландырыласаҡ. Ул 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас Өфөнән һәләк булған тәүге һалдат.



