Әрмегә яҙғы саҡырылыш дауам итә. Баймаҡ ҡалаһы һәм районы, Йылайыр районы хәрби комиссариатынан 14 егет әрме хеҙмәтенә юлланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Әрмегә китә егеттәр. Бәләкәйҙән патриотик тәрбиә алып, спорт менән шөғөлләнеп үҫкән кисәге малайҙарҙы бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар ҡурҡытмай. Улар Ватанды һаҡлауҙы төп бурысы тип һанай.
Улдарын оҙатырға килгән ата-әсәләр ҙә уларға тик изге теләктәрен еткерҙе. Һалдат буласаҡ егеттәр әрме хеҙмәтен лайыҡлы үтәп, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына ышаныстары ҙур.
Әрме-етди һынау, тормош тәжрибәһе, шуға лә һәр көслө зат был изге ғәмәлде үтәргә тейеш. Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов егеттәргә имен йөрөп ҡайтыуҙарын теләне һәм хәрби билеттар тапшырҙы.
Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр районы хәрби комиссариатынан хеҙмәткә оҙатылған егеттәр ниндәй генә ғәскәргә эләкмәһендәр, улар тырышып, намыҫ менән үҙ бурыстарын үтәй.



