Дәүләкән районы Суйынсы ауылында Ғабдрахмановтар Бөйөк Ватан һуғышы балаларына арналған сквер төҙөй башлаған. Урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселәре «Атайсал» проекты сиктәрендә биләмәлә хәтер мемориалы, сәхнә ойошторорға ниәтләй. 10 млн һумға иҫәпләнгән проект буйынса төҙөлөш майҙансығында ҡарағай, шыршылар ултыртыласаҡ, юл тәртипкә килтереләсәк. Яңы скверға Баязит исеме биреләсәк.



