Өфө районында һабантуй тәүге тапҡыр Алексеевка ауылында ойошторолдо

Бөгөн һабантуйҙар Башҡортостандың 20 районында үтте. Ауыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләү байрамы Өфө районы Алексеевка ауылында быйыл тәүге тапҡыр уҙҙы. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Яҙғы сәсеү эшенә йомғаҡ яһар мәл Сәхнәлә-ауыл эшсәндәре. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән тармаҡтың хеҙмәт алдынғылары төрлө наградалар менән бүләкләнде.

Өфө районы йылдан-йыл республиканың алдынғы аграр райондарының береһе булараҡ үҙ позицияһын нығыта. Агросәнәғәт комплекстары етештереү һәм эшкәртеү күләмен арттыра, техник паркты яңырта, экспортҡа сыға. Малсылыҡ тармағы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Яҙғы сәсеү кампанияһын аграрийҙар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлаған. Баҫыуҙарға, башлыса, май культуралары сәселгән-уларҙың майҙаны 14 мең гектарға яҡын.

Махсус хәрби операция ягугирҙарына ярҙам итеү буйынса ла эш ойошторолған. Өфө районы алғы һыҙыҡҡа 28 тапкыр гуманитар ылау оҙатҡан. Уларҙы туплауҙа ауыл хужалыҡтары ла ярайһы уҡ өлөш индерә. Атап әйткәндә, бал, ҡымыҙ, аҙыҡ-түлек тупланмалары, пилотһыҙ осоу аппараттары оҙата, аҡсалата ярҙам итә.

Өфө районында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған сараны быйыл тәүге тапҡыр Алексеевка ауылы ҡаршыланы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, яңы урын хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып һайлана. Әммә, байрамса кәйеф йылдағыса күтәреңке.

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле дауам итә. Киләһе шәмбе республиканың тағы 20 районында яҙғы сәсеү эшенә йомғаҡ яһаласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ