Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында аҙан тауышы яңғыраны

Ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан мәсет асыу тантанаһына кеше күп йыйылды. Урындағы халыҡтың шатлығын дин әһелдәре, ауыл, район хакимиәте вәкилдәре уртаҡлашты. Аҡъюл боронғо ауылдарҙың береһе һанала. Элек бында мәсет һәм мәҙрәсә булған. Әммә заман шауҡымы манарлы йортҡа ла ҡағылмай ҡалмай. Ваҡыт үтеү менән тарихи урын йәнә мосолмандарҙы бер майҙанға тупланы.

Иман йорто элекке колхоз бинаһында урынлашҡан. Төҙөкләндереү эштәре 2022-2023 йылдарҙа башланған. Мәсеттең эске һәм тышҡы яғы яңыртылған. Бинаның ҡыйығы тимерҙән ябылып, тышы профнастил менән көпләнгән. Тирә-яғы кәртәләнгән. Бар эштәр ҙә ауыл, район халҡы, сит яҡтарҙа йәшәүсе яҡташтар көсө менән башҡарылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ