Рейс 186 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 737 самолетында башҡарыла. Тәүге лайнер «Өфө» аэропортынан йәкшәмбе иртән һауаға күтәрелде. Ҡара диңгеҙ буйына тәғәйенләнгән рейсты «ЮТэйр» авиакомпанияһы һәр аҙнаның һуңғы көнөндә хеҙмәтләндерергә ниәтләй. Яңы рейс популяр курорттарҙың береһенә тиҙ арпала барып етергә мөмкинлек бирә. Өфө менән Геленджик араһында юл ваҡыты 3 сәғәт 45 минут тәшкил итә. Пассажирҙар әйтеүенсә, быға тиклем курортҡа Сочи аша аша ғына йөрөргә мөмкин булған. Әлбиттә, был күп көс һәм өҫтәмә сығымдар талап иткән. Яңы рейс асылыу менән был хәл ителгән.



