Байрам Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Ул икенсе тапҡыр уҙғарыла. “Мәңгелек ҡиммәттәргә арналған йырҙарыбыҙ, “Урал батыр” дастанына нигеҙләнгән әҫәрҙәребеҙ ихлас ҡабул ителә”, - ти “AY YOLA” төркөмө музыканты Ринат Рамазанов.
Быйыл “AY YOLA” төркөмө Рәсәйҙең этник музыка премияһына, шулай уҡ бик күп наградаларға лайыҡ булды. Уларҙың йырҙары хит-парадтарҙа алдынғы урындар алып килә.




