Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Лада Приора» автомобиле водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситендәге ағасҡа бәрелә. Көслө һуғылыуҙан транспорт сараһына ут тоҡана. Авария һөҙөмтәһендә йәш водитель урында уҡ һәләк булған, ә уның 17 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Асыҡланыуынса, рулдәге егеттең машина менән идара итеүгә таныҡлығы булмаған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.



