«Торатау» геопаркында ойошторолған сарала Ишембай районы уҡыусылары ҡатнашты. Ауыҙ-тел ижады ынйыһын заманында Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған. Башҡорт халҡының донъя кимәлендәге мәшһүр ҡомартҡыһы милли асылыбыҙҙы, йәшәү мәғәнәһен, тормош фәлсәфәһен сағылдыра.
Яңы байрам фольклорҙы һаҡлауҙың мөһимлеген иҫкә төшөрөргә, милли үҙенсәлегебеҙҙе нығытырға, ә иң мөһиме-«Урал батыр» эпосын халыҡҡа яҡыныраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеүҙе маҡсат ҡуя. Сарала ҡатнашҡан йәш быуын Урал батыр, уның яуызлыҡ менән көрәше, кешеләрҙе яҡлауы һәм ерҙә йәшәүҙе һаҡлап ҡалырға ынтылышы тураһында бик күп мәғлүмәт алды.



