Республикала «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы менән «Үҙебеҙҙекеләрҙе бел» брендтар конкурсында ҡатнашыу буйынса эш көсәйтеләсәк. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта билдәләнде. Әлегә төбәктә йәшәүселәрҙән 7 меңдән ашыу башланғыс теркәлгән, был платформалағы барлыҡ идеяларҙың 30 проценты. Тап ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. Брендтар конкурсына килгәндә, Башҡортостандан 2 меңдән ашыу заявка ебәрелгән. Аҙыҡ-түлек продукцияһы, технологиялар, креатив индустриалыр һәм сәләмәтлек өсөн тауарҙар өлкәләрендә брендтарҙың әүҙем тәҡдим ителеүе күҙәтелә.



