Баш ҡала урамдарында сүп-сарға ҡаршы роботтар көрәшә

Әле урам һепереүсе роботтар һынау үтә. Аҡыллы саңһурғыстың береһе Еңеү паркында эшләһә, икенсеһе Арт-Квадрат майҙанын һеперә. Көнөнә ул 100 квадрат метрға тиклем майҙанды тәртипкә килтерә ала. Техника күп функциялы. Уның ярҙамында ҡыш тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартырға ла мөмкин. Әгәр роботтар һынауҙы уңышлы үтһә, Өфө сүп-сар йыйыуҙа автоматилаштырылған ҡоролмалар ҡулланыусы тәүге ҡала буласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ