Иртә таңдан дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфө-Яңауыл трассаһындща номерҙары булмаған «Лада приора» автомобилен күрә Инспекторҙарҙың туҡтау талабын водитель иңҡар итә һәм тиҙлекте арттыра. Оҙаҡ ваҡыт эҙәрлекләгәндән һуң хоҡуҡ боҙоусы Бөрө ҡалаһында туҡтатыла. Рулдә Асҡын районында йәшәүсе 17 йәшлек үҫмер булып сыға. Уның водитель таныҡлығы булмай, ә ҡанында алкоголь барлығы асыҡлана. Иҫерек кешегә автомобилен биргән 18 йәшлек «Приора» хужаһына ла административ материал төҙөлә. Транспорт сараһы махсус туҡталҡаға ҡуйылған.



