Белорет районында «Урал батыр» эпосы көнө ҙур фестиваль һәм концерт менән үтте

Белорет районында «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рәсми дата республика башлығы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы былтыр булдырыла. Эпик әҫәрҙе башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы һәм рухи терәге итеп таныу нигеҙендә ҡабул ителгән. Ошо маҡсатта Белорет районында ҙур мәҙәни сара үтте. Башҡорт мәҙәниәтенең йөҙөн билдәләгән артистар, ижади коллективтар сығыш яһаны. Донъяуи кимәлдә халыҡ һөйөүен яулаған AY YOLA төркөмө тамашасыларға ҙур концерт программаһын тәҡдим итте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Эпослы халыҡ уның боронғолоғона ишара. Заманында ғалим-мифолог Салауат Ғәлләмов мәҫәлән, ентекле тикшеренеүҙәре нигеҙендә «Урал батыр»ға 4 мең йыл булыуын иҫбатланы. Ул сит илдәргә сығып боронғо сығанаҡтарҙы өйрәнә, уларҙың башҡорт халҡы тарихына ҡағылыш­лыһын йыйып, хронологик тәртипкә һала.

Быуаттар төпкөлөнән килгән ҡобайырҙы үҫеп килеүсе быуынға еткереү маҡсатында республикала төрлө яҡлы саралар үтә. Белорет районында мәҫәлән, эпосты яттан һөйләү буйынса муниципаль этапта уңышлы сығыш яһағандар йәмәғәт алдында майҙан тотто. Уларҙың сығышын тамашасылар менән бергә, Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың вариҫтары ла баһаланы. Ул күптәргә Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан 116 йыл элек яҙып алынған аҡһаҡалдарҙың береһе булараҡ билдәле.

Эпосты мәңгеләштереү маҡсатында Бөрйәндәр беренселәрҙән булып башҡорт мифологияһы образына һәйкәл ҡуйылһа, былтыр Учалыла Урал батырға һәйкәл асылды. Быйыл Әбйәлил ерендә ҡобайырға арналған тотошлай парк булдырылһа, бөрйәндәр эпосты өйрәнеү класын ойошторҙо. Белореттар иһә «Урал батыр» эпосы көнөн йыл да төбәктә фестиваль рәүешле билдәләү маҡсатын ҡуйған. Сара урыны итеп Үрге Әүжән һәм Исмаҡай ауылдары араһындағы аҡлан һайланыуы осраҡлы түгел. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Урал батырҙың һуңғы төйәге булараҡ ҡабул ителә.

Фестивалдең төп ҡунағы булараҡ донъя кимәлендә халыҡ һөйөүен яулаған AY YOLA төркөмө сығыш яһаны.

Тамашасылар иғтибарына, ижади коллектив тәүге альбомына тупланған төп композицияларын тәҡдим итте. Ул ябай музыка ғына түгел, ваҡыт һулышы, унда үткән һәм хәҙерге заман осраша, боронғо эпосты яңыса һөйләп биреү өсөн.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ