Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Урал батыр» эпосы көнө үтте

Башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә ойошторолған әҙәби-музыкаль ҡунаҡхана эпос һөйөүселәрҙе йыйҙы, ғалим, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, педагог һәм милли традицияларҙы һаҡлаусыларҙы берләштерҙе. Был көндө «Урал батыр» эпосы башҡорт, рус, инглиз, француз, немец, төрөк һәм ҡырғыҙ телдәрендә яңғыраны.

Бынан тыш, Мәрйәм Бураҡаева менән Мәрйәм Солтанованың «Урал батыр» ҡобайыры-башҡорт халҡының рухи мираҫы китабы презентацияланды. Баҫма дәүерҙәр араһына күпер һала: унда сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың 1941 йылда яҙған тексының хәҙерге телгә яраҡлаштырған тәржемәһе урын алған. Китапта эпостың тулы тексы, традицион башҡарыу өсөн көйҙәр һәм йырҙар, шулай уҡ әҫәрҙең образдарын һәм символдарын тәрәнерәк аңларға ярҙам иткән тарихи һәм культурологик комментарийҙар бар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ