Мәскәүҙә «Башҡортостандың июнь мозаикаһы» фестивале үтте

Республиканың мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға йүнәлтелгән фестивалдә төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, балалар һәм ололар өсөн интерактив майҙандар эшләне. Сара ҡунаҡтары милли аш-һыу менән һыйланды, оҫталарҙың эштәре, милли музыка ҡоралдары, биҙәүестәр, халыҡ ижады өлгөләре менән танышты.

Фестиваль һабантуй һәм «Сыңрау торна» башҡорт музыкаһы фестивале менән тамамланды. Был көндә йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр эшләне, шулай уҡ башҡорт ижади коллективтары һәм башҡарыусылар ҡатнашлығында ҙур концерт ҡуйылды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай саралар мәҙәни һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығыта.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ