Башҡортостанда ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр яңы түләү аласаҡ

Ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәр ғаилә түләүҙәренә дәғүә итә ала. 1 июндән ғәмәлгә ингән ҡағиҙәләргә ярашлы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр түләгән һалымының бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Был турала Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Әле түләүҙәр алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү бара. Бөгөнгә тиклем республикала 40 мең кеше ғаилә түләүҙәре алырға теләк белдергән.

Элекке ветеринар, хәҙер инде нефтсе. Ләкин эшләгән ерҙең атамаһы ғына яңғырауыҡлы. Тәү ҡарашҡа мохтаж да түгелдәр, әммә килем буйынса Мөхәмәҙиевтар ғаиләһе аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарай.

1 июндән алып бындай ғаиләләр йылына бер тапҡыр бирелә торған ғаилә түләүҙәренә дәғүә итә ала. Уның күләме һәм алыу шарттары ла шәхсән ҡарала.

Ғаризалар йыл һайын беренсе июндән алып 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Радий Хәбиров яңы түләүҙәр менән мөмкин тиклем күберәк ғаиләләр файҙаланырға тейеш, тип белдерҙе.

Күптән түгел генә ғәмәлгә ингән тағы бер яңылыҡ пособие алыусы ишле ғаиләләр һанын тағы арттырасаҡ. Социаль фонд килеме йәшәү минимумынан аҙ ғына артыҡ булып пособие алмай ҡалған ғаиләләр буйынса ҡарарҙарҙы кире барлаясаҡ. Хәҙер был категория граждандар аныҡ һандар менән билдәләнә.

Башҡортостан халҡына көн һайын 1 миллиард 800 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был сығымдар пенсия һәм социаль хеҙмәтләндереүгә тотонола. Тәүге биш айҙа ошо маҡсатта ҡулланылған аҡсалар 176 миллиард һумдан ашып киткән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ