Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Ун бер меңдән ашыу белгесте берләштергән команда оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләргә күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Тантаналы йыйылышта мәрхәмәтле һәм хәстәрлекле һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән дә бүләкләнде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Улвр изге күңелле лә, түҙемле лә. Иң мөһиме кеше хәленә инеп, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары намыҫлы һәм фиҙаҡәр эш өсөн дәүләт наградалары-Почет грамотаһы менән Башҡортостандың атҡаҙанған социаль яҡлау хеҙмәткәре маҡтаулы исемен дә алды.
Башҡортостанда йәшәү сифаты милли рейтингында позицияларын яҡшыртып, биш йыл эсендә ҡырҡынсы урындан туғыҙынсыға күтәрелде. Социаль етемлекте кәметеү буйынса ла тәүге егерме төбәк исемлегендә. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ла иғтибар юғары. Йыл һайын республиканың реабилитация үҙәктәрендә генә 16 меңдән ашыу бала ярҙам ала. Һәр муниципалитетта ғаилә хеҙмәттәре лә булдырылған. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында халыҡты социаль яҡлау системаһының кешеләргә иң яҡыны булыуын билдәләне.
Халыҡтың иң яҡлауһыҙ ҡатламдары менән эшләп, уларға оло хәстәрлек күрһәткән белгестәр бөгөн иғтибар үҙәгендә. Сәхнәнән изге күңелле замандаштарыбыҙға ҡотлауҙар яңғыраны.
Сара сиктәрендә социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы еңеүселәре лә бүләкләнде. Шулай уҡ республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында рәсем төшөрөү, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шулай уҡ берҙәм команда иҫтәлеккә фотоға ла төштө.
Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә 56 дәүләт учреждениеһы иҫәпләнә, шулай уҡ коммерция булмаған ойошмалар ҙа ҙур һәм яуаплы эшкә йәлеп ителгән. Мохтаж Граждандарға өй шарттарында ярҙам күрһәтеү буйынса дәүләт социаль заказы үтәлә, былтыр ғына был төр ярҙам менән 34 меңгә яҡын кеше файҙалланған.
Гөлназ Хәйбуллина



