Радий Хәбиров төбәк халҡын тауыш биреүҙә әүҙемерәк булырға саҡырҙы

Республиканың йөҙөн үҙгәртеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалып килә. 2027 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлау 12 июндә тамамлана. Радий Хәбиров төбәк халҡын тауыш биреүҙә әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Быйыл һайлау өсөн ҡала һәм райондарҙағы 246 объект тәҡдим ителде. Уларҙың 152-һе федераль финанслау аласаҡ. 2019 йылдан алып ошо программа ярҙамында республикала меңгә яҡын объект тәртипкә килтерелгән. Әлегә 800 мең кеше тауыш биргән.

Был эште zagorodsreda.gosuslugi.ru йәки парктарҙа һәм башҡа йәмәғәт киңлектәрендә эшләүсе ирекмәндәр ярҙамында башҡарарға мөмкин, тип иҫкә төшөргән Башҡоростан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ